+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2019, 18:44

Өфөлә йәшәйһеңме? "Тимер ат"ыңды әҙерләй тор! Тиҙҙән - велобайрам!

28 июлдә Өфөлә 2 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге балалар һәм ата-әсәләр өсөн ҡала ғаилә байрамы ойоштороласаҡ.

28 июлдә Өфөлә 2 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге балалар һәм ата-әсәләр өсөн ҡала ғаилә байрамы ойоштороласаҡ. Сараны !Yo Velo берләшмәһе менән Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте уҙғара.
"Башҡортостан" Лайфстайл үҙәге алдындағы майҙанда төрлө мастер-кластар, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белеүгә ҡоролған уйындар, фигуралы йөрөтөү, концерт буласаҡ. "Велобаласаҡ" тип аталған ярыш, ғаилә менән пикник ойоштороу ҙа ҡаралған.
Байрамдың "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә теркәлгән ҡатнашыусыларҙың һәр береһе миҙал, велосипедсы баффы, "тимер аты"на номер һәм башҡа бонустар алыу мөмкинлегенә эйә була.
Читайте нас: