Башҡортостанда 24 уҡыусы рус теле һәм математика фәндәренән берҙәм дәүләт имтихандарын тапшыра алмаған. Бының турала Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтте.
Уҡыусылар БДИ-ны ҡайтанан сентябрь айында тапшыра ала. Радий Хәбиров министрға был хәлде күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ҡушты. "Был күңелһеҙ хәл арҡаһында балаларҙың киләсәге боҙолорға тейеш түгел" - тине ул.
Дөйөм алғанда, республикала БДИ һөҙөмтәләре насар түгел. Былтыр 58 уҡыусы 100 балға яҙһа, быйыл уларҙың һаны 109-ға етте. Шуларҙың 62% Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙағы юғары уҡыу йорттарын һайлаясағы тураһында еткергән