+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2019, 11:30

13 йәшлек Канада футболсыһы Морган Брентон-кесе Өфөгә килеп төштө

53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары ҡатнашыусыһы - Морган Брентон-кесе:"Юл бик алыҫ булһа ла, Өфөлә ҡаршы алыуҙары бик оҡшаны. Рәсәйҙә беҙ беренсе тапҡыр, шуға ла бөтөн нәмә ҡыҙыҡ, тиҙерәк ҡаланы күрге килә".

Баш ҡалабыҙға донъяның төрлө төбәктәренән Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар ағыла. Өфө аэропрортына тәүгеләрҙән булып Канаданан Морган Брентон-кесе (Морган Брентон-младший) атайы менән, Венгрияның Кечкемет ҡалаһынан йыйылма команда килеп төшкән.
Морган Брентон-кесе Канаданың Келоуна ҡалаһының футбол командаһы составында уйнай. "Юл бик алыҫ булһа ла, Өфөлә ҡаршы алыуҙары бик оҡшаны. Рәсәйҙә беҙ беренсе тапҡыр, шуға ла бөтөн нәмә ҡыҙыҡ, тиҙерәк ҡаланы күрге килә" - тине футболсы егет. Моргандың әсәйе, ҡустыһы һәм һеңлеһе Канадала ҡалған. Ғаиләлә бөтәһе лә футбол уйнарға ярата икән.

Читайте нас: