+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2019, 17:54

Балтас районында 16 бала аттестатһыҙ ҡалған

Аттестатһыҙ ҡалған 16 бала тураһында бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә ҡыҙыу һөйләшеү булды. Радий Хәбировты был хәл бик ныҡ асыуландырған.

Балтас районында БДИ һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәтергә маташҡандар. Һөҙөмтәлә 16 уҡыусының имтихан һөҙөмтәләре ғәмәлдән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Улар аттестатһыҙ ҡалды.

Аттестатһыҙ ҡалған 16 бала тураһында бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә ҡыҙыу һөйләшеү булды. Радий Хәбировты был хәл бик ныҡ асыуландырған. "Балтас районының БДИ тапшырыу пунктарының береһендә ойоштороусылар ҡайһы бер балаларға имтихан тапшырыу шарттарын "еңеләйтергә" маташҡан. Был бер ғәйепһеҙ 16 баланың аттестатһыҙ ҡалыуына килтерҙе. Улар уҡырға инә алмаясаҡ" - тине ул.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы был хәлде контролдә тоторға, махсус комиссия төҙөп тикшерергә ҡушты. "Ә БДИ тапшырыу пункты етәксеһен һәм имтихан барышын күҙәткән уҡытыусыларҙы уйлап та тормай эштән бушатырға кәрәк. Мәктәптә бындай иҫәрҙәрсә ҡыланыуға урын юҡ. Ана, икенсе урындан эш эҙләһендәр. Әгәр ҙә был хәлдә муниципалитет хеҙмәткәрҙәренең дә ҡыҫылышы бар икән - тимәк уларҙы ла тейешле яза көтә" - тине Радий Фәрит улы.
Читайте нас: