+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2019, 11:53

Егеттәр ҡолағына ғына: Мессины ике йылға йыйылма команданан "алып ташлағандар"

Үткән шәмбе кис Америка Кубогы турнирында Аргентина Чилиға ҡаршы уйнағайны. 37-се минут киткәндә Лионель Месси Чили командаһы ярымһаҡсыһы Гари Медель менән саҡ һуғышып китмәне.

Үткән шәмбе кис Америка Кубогы турнирында Аргентина Чилиға ҡаршы уйнағайны. 37-се минут киткәндә Лионель Месси Чили командаһы ярымһаҡсыһы Гари Медель менән саҡ һуғышып китмәне. Һөҙөмтәлә ике уйынсы ла ҡыҙыл карточка алып, матч аҙағына тиклем уйындан ситләтелә.

Уйын Аргентина файҙаһына 2:1 менән тамамланһа ла, судьяларға ҡаты үпкәләгән Месси еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында ҡатнашыуҙан баш тарта. Ул Футбол Федерацияһын коррупцияла асыҡтан-асыҡ ғәйепләй. Футболсыны Федерация ике йылға Аргентинаның йыйылма командаһы өсөн уйнауҙан ситләтергә булған. Йәғни Леонель Месси киләһе йылда Америка Кубогында, шулай уҡ 2021 йылда Донъя чемпионатына һайлап алыу турнирында ҡатнашмаясаҡ.

Гари Медель да судьяның ҡаты хөкөмө менән ризалашмай: "Месси дөрөҫ әйтә, судья беҙгә хатта һары карточка ла күрһәтергә тейеш түгел ине. Унда бер ниндәй ҙә этеш-төртөш булманы" - ти.
Читайте нас: