+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2019, 11:22

Халыҡтың финанс грамоталылығын ҡайғыртып

Республикала 2500-ҙән ашыу кешене бизнес алып барыу һәм финанс грамоталылыҡ нигеҙҙәренә өйрәтеү планлаштырыла.

Республикала 2500-ҙән ашыу кешене бизнес алып барыу һәм финанс грамоталылыҡ нигеҙҙәренә өйрәтеү планлаштырыла.


Был эш “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ. Һөҙөмтәлә бәләкәй бизнестың бер мең тирәһе субъектын булдырыу күҙаллана.


“Был милли проектҡа ярашлы эшҡыуарҙарҙың ыңғай образын формалаштырыу буйынса белем биреү, консультация, мәғлүмәт сараларына 2019 йылға 15,9 миллион һум бүленде. Ошо суммаға быйыл 2500-ҙән ашыу кешене уҡытыу планлаштырыла, улар бер мең тирәһе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектын булдырырға тейеш”, – тип хәбәр иттеләр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.


Дөйөм алғанда, 2024 йылға тиклем милли проектҡа ярашлы 5,5 мең самаһы кеше уҡыу үтергә тейеш, һөҙөмтәлә 3500-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта бизнес субъекты булдырылыр тип күҙаллана.


“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш федераль проектты үҙ эсенә ала. Улар – эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу; бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарының финанс ярҙам алыу мөмкинлектәрен киңәйтеү; бындай субъекттарҙың йылдам үҫешенә булышлыҡ ҡылыу; фермерҙарға ярҙам системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү, эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА

  • Читайте нас: