+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2019, 13:47

Үҫмерҙәр ярты миллион һум аҡса урлаған

85 йәшлек әбей 500000 һум тирәһе аҡсаһын өйөндә һаҡлаған.

Баймаҡ районы Түбәнге Таулыҡай ауылында йәшәүсе 85 йәшлек әбейҙең өйөндә 500000 һум аҡсаһы булған. Шуны ике мәктәп уҡыусыһы һәм бер студент малайҙар белеп ҡалған. Әбейҙең һандыҡта ятҡан аҡсаһын урлағандар, тип хәбәр итә «КП-Уфа» сайты.
8 июлдә әбей полицияға мөрәжәғәт иткән һәм күп тә үтмәй ҡараҡтарҙы тотҡандар. Ике малай әбейҙең күршеләре булып сыҡҡан. Урланған аҡсанын әлеге ваҡытта бер өлөшөн тапҡандар һәм хужаһына ҡайтарғандар.




Читайте нас: