+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2019, 11:46

Ысын йәй етеп килә түгелме?

Ошо көндәрҙә Башҡортостанға ысын эҫе йәй киләсәк, тип хәбәр итә башгидрометцентр.

Ошо көндәрҙә Башҡортостанға ысын эҫе йәй киләсәк. Башгидрометцентр синоптиктары хәбәр итеүенсә, бөгөн ҡайһы бер райондарҙа термометр күрһәткеске +35 градусҡа тиклем барып етәсәк.

Шул аҡ ваҡытта яуым-төшөм дә күп булмаҡсы. Төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ямғыр яуыуы, урыны менән көслө ямғыр, борсаҡ яуыуы, ел көсәйеүе көтөлә.

Аҙна аҙағында һауа температураһы уртаса +26,+33,төндә +11-ҙән +17 градусҡа тиклем буласаҡ.
Читайте нас: