Улар китеп барған поезд вагондарына йәбешеп, маһайышып үҙҙәрен видеоға төшөрәләр. Үҫмерҙәрҙең был ҡурҡыныс ҡылыҡтарын "Бәйләнештә" селтәрендәге Мәләүез ҡалаһы төркөмдәрендәге видеоны күреп белгәндәр. Видеоны үҫмер малай үҙе һалғанға оҡшай.
Йәйге каникул - шундай мөғжизәле мәл. Тик был балалар уны аңламайҙар ахыры. Ата-әсәләре балаларға бындай ҡылыҡты хәүефле тип өйрәтмәйҙәр микән?
«Шәп йүгерәләр, спорт менән шөғөлләнһәләр ине», - тип яҙа комментарийҙа бер кеше. Башҡалар малайҙарҙы насар әшәке һүҙҙәр менән әрләй.
Ә һеҙ, хөрмәтле дуҫтар, ниндәй баһа бирәһегеҙ Мәләүез "зацепер"ҙарына?