-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июль 2019, 10:28

Владимир Путин: Беҙ 13 квартал рәттән позитивта

Рәсәй Президенты бурыс ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты бурыс ҡуйҙы. Дөйөм макроиҡтисади тотороҡлолоҡҡа булышлыҡ итергә, дәүләт финанстарының ныҡлығын һаҡларға, инфляцияны маҡсатлы дүрт процентҡа ҡайтарырға, эшһеҙлек кимәлен кәметергә... Ҡыҫҡаһы, эш күп.


Владимир Путин кәңәшмәлә әйтеүенсә, беҙҙең ил инде 13 квартал иҡтисади үҫештең позитив темптарын һаҡлап килә.


Һуңғы алты айҙа ВВП 0,6 процентҡа артҡан, сәнәғәт етештереү күләме лә күтәрелгән. Әммә был ҡулдарҙы һәлберәтергә, еңел һуларға, тигән һүҙ түгел, әлбиттә.


Президент элегерәк тә, Рәсәй эске һәм тышҡы шоктар арҡаһында (санкциялар күҙ уңында тотола) килеп тыуған ауырлыҡтарҙы уңышлы үтә алды, тип белдергәйне. Был бик яҡшы бит. Тимәк, ил етәксеһе әйткән һикерешкә лә күп ҡалманы?


Фото: pixabay.com
Читайте нас в