+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июль 2019, 15:04

Сибайҙа машина аҫтында ҡалған баланың хәле нисек?

«Нишләп ул ағай мине тапаны? Мин бит юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен бер ҡасан да боҙманым...»

Бер нисә көн комала ятҡан 8 йәшлек Нургиз ниһайәт һауыға башланы. Тик ул «Нишләп ул ағай мине тапаны? Мин бит юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен бер ҡасан да боҙманым» - тигән һорауҙарға яуап таба алмай аптырай.
1 июлдә Сибай ҡалаһында ҡот осҡос юл фажиғәһе булды. Светофорҙың йәшел төҫөнә велосипедын этеп сығып барған баланы йөк машинаһы тапай. Ҡаты йәрәхәтләнгән Нургиз дауаханаға оҙатыла. Шунда уҡ Өфөнән табиптар ҙа уға ярҙамға ашыға.
Әле Нургиз реанимациянан дөйөм палатаға күсерелгән.
Хөрмәтле дуҫтар, юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Читайте нас: