+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июль 2019, 19:16

Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындарына арналған пресс-конференция үтте

Бөгөн Өфөнөң "Нефтяник" стадионында 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарының футбол буйынса финал ярыштары үтте. Ярыш "Дуҫлыҡ өсөн футбол" матчы менән тамамланды. Унда төрлө илдәрҙән килгән балалар ике командаға бүленеп уйнаны.

Бөгөн Өфөнөң "Нефтяник" стадионында 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарының футбол буйынса финал ярыштары үтте. Ярыш "Дуҫлыҡ өсөн футбол" матчы менән тамамланды. Унда төрлө илдәрҙән килгән балалар ике командаға бүленеп уйнаны.


Уйындан һуң Халыҡ-ара балалар уйындарына арналған пресс-конференция булып үтте. Киң мәғлүмәт сығанаҡтары хеҙмәткәрҙәре менән Халыҡ-ара балалар уйындарының генераль секретары Ричард Смит, Рәсәй футболсыһы Алексей Смертин, "Дуҫлыҡ өсөн футбол" Халыҡ-ара балалар социаль программаһының йәш илсеһе Альберт Зиннәтов әңгәмәләште. Журналистарҙы һәм ҡунаҡтарҙы Өфө ҡалаһы ҡала округы администрацияһы башлығы Өлфәт Мортазин сәләмләне.


Халыҡ-ара балалар уйындарының генераль секретары Ричард Смит (Германия): "Балалар уйындары бик һәйбәт үтте. Өфөгә мин 12-се тапҡыр килеүем, бында миңә бик оҡшай, йылдан йыл ҡала матурая, үҫешә бара. Уйындарға килгәндә, ойоштороусылар төплө итеп әҙерләнгән, спорт майҙандары һәйбәт йыһазландырылған, ә ирекмәндәр һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Өфө халҡы бик ҡунаҡсыл икәнлеген мин электән белә инем, хәҙер инде Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусы 1500 бала ла быға инанды. Улар үҙҙәренең илдәренә ҡайтып Башҡортостан, Өфө тураһындағы яҡты тәьҫораттары менән уртаҡлашасаҡ".


Өфө ҡалаһы ҡала округы администрацияһы башлығы Өлфәт Мортазин: " Халыҡ-ара балалар уйындары ҡатнашыусыларын һәм еңеүселәрен ысын күңелдән тәбрикләйем. Һәр сығыш сағыу тамаша булды. Ошо йәш спортсыларҙы беҙ киләсәктә Олимпия уйындарында күреп, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәренә ҡыуанырбыҙ, тип ышанам. Тренерҙарға шундай талантлы спортсылар әҙерләгәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Балалар Өфөлә үткәргән өс-дүрт көн эсендә танышып, дуҫлашып өлгөрҙө. Ошо дуҫлыҡ ептәре киләсәктә нығынһын ине".


Ниһайәт, Халыҡ-ара балалар уйындары тамам. Баш ҡала спортсылары иң етеҙе, иң таһылы булып сыҡты - өфөләр 8 алтын, 6 көмөш һәм 11 бронза миҙал, йәғеһе 25 миҙал яулап, беренсе урынға сыҡты. Афарин!


Бөгөн киске сәғәт 8-ҙә "Ватан" этнопаркында 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарын ябыу тантанаһы була. Тамашаның хедлайнеры - Elvin Grey сығыш яһаясаҡ, аҙаҡтан Өфө күген йәнә бер матур салют яҡтыртасаҡ.



Пресс-конференцияның видеояҙмаларын "Аманат"ың Инстаграмдағы битләүендә, "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә ҡарай алаһығыҙ.
Читайте нас: