+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июль 2019, 12:16

Халыҡ-ара балалар уйындары байрағы Вегрияға юлланды

53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарын ябыу тантанаһында Уйындар байрағы Венгрияның Кечкемет ҡалаһы вәкилдәренә тапшырылды. Киләһе йыл йәш спортсылар тап ошо ҡалала осрашасаҡ.

53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарын ябыу тантанаһында Уйындар байрағы Венгрияның Кечкемет ҡалаһы вәкилдәренә тапшырылды. Киләһе йыл йәш спортсылар тап ошо ҡалала осрашасаҡ.
"Ватан" этнопаркында ойошторолған Халыҡ-ара балалар уйындарын ябыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та булды. Ул байрамға хәләл ефете - Каринэ Хәбирова менән килде. Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Белорет, Күмертау, Туймазы ҡалаларынан килгән йәш спортсылар Радий Фәрит улы менән әңгәмә ҡорҙо, селфи эшләне. Сит ил ҡунаҡтары ла төбәк башлығы менән иҫтәлеккә фотоға төштө.

Читайте нас: