-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июль 2019, 16:15

Макулатуранан...күлдәк!

Башҡорт дәүләт университенының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты талибы Айзилә Мөлөкова сығарылыш кисәһенә шау ҡағыҙҙан ғына тегелгән күлдәк кейеп, бөтәһен дә шаҡ ҡатырҙы.

Башҡорт дәүләт университенының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты талибы Айзилә Мөлөкова сығарылыш кисәһенә шау ҡағыҙҙан ғына тегелгән күлдәк кейеп, бөтәһен дә шаҡ ҡатырҙы.

Идея хужаһы Айзилә үҙе булһа, күлдәкте бесеү, тегеү эштәрен йәш дизайнер Розалия Ғәтиәтова үҙ өҫтөнә алған. Күлдәк ябай ҡағыҙҙан ғына түгел, А4 форматындағы ҡағыҙҙарҙа - Айзиләнең йыл буйы яҙған курс һәм диплом эштәре.


"Был идея миңә "Таҙа ил" ассоциациялар конкурсы тураһындағы видеоны ҡарағас килде. Конкурс күптән тамамланып, уның еңеүсеһе билдәләнһә лә был идея миңә тынғы бирмәне. Ни өсөн ҡулланылған ҡағыҙ, тиерһегеҙ. Студенттарҙың ҡулланылған ҡағыҙ биттәрен сүп-сар биҙрәләренә ташлауын күреп, хатта ябай ҡағыҙға ла йән өрөп була икәнлеген, тирә-йүнгә иғтибарлыраҡ булырға кәрәклеген иҫкәртеү маҡсатында ошо күлдәкте кейергә булдым" - ти Айзилә.

Ысынлап та, күлдәк бик матур килеп сыҡҡан. Әйткәндәй, Айзиләнең әхирәте Розалия уны ябай тегеү машинаһында теккән, бер тамсы ла елем ҡулланмаған.
Читайте нас: