+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июль 2019, 13:38

"Йәйге КВН мәктәбе" һеҙҙе көтә, дуҫтар!

Шаян, отҡор, сос булғың киләме? Улайһа, "Йәйге КВН мәктәбе"нә яҙыл!

Шаян, отҡор, сос булғың киләме? Улайһа, "Йәйге КВН мәктәбе"нә яҙыл!


23-26 июлдә Бөрйән районының "Ағиҙел" балалар лагерында КВН Башҡорт асыҡ лигаһы, Башҡорт йәштәре берлеге менән берлектә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт минитсрлығы ярҙамында "Йәйге КВН мәктәбе" уҙғара.


Йәйге КВН мәктәбе - балаларҙың ижади һәләтен асыу мөмкинлеге ул. Бында һеҙҙе тәжрибәле КВН-щиктар йырларға, бейергә, пародиялар ҡуйырға, актерлыҡ һәм сәхнә оҫталығын күрһәтергә өйрәтәсәк. Уҡыуҙан тыш, интеллектуаль уйындар, спорт ярыштары, Башҡорт КВН лигаһы йондоҙҙары менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ.


"Йәйге КВН мәктәбе"нә 14 йәштән 17 йәшкәсә үҫмерҙәр ҡабул ителә. Заявкалар [email protected] почтаһына махсус бланкта ҡабул ителә. Бланк ttps://vk.com/bashligakvn?w=wall-177186449_15 һылтанмаһына беркетелгән.



Читайте нас: