+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2019, 10:33

Эш сифаты ҡәнәғәтләнерлекме?

Дөрөҫ туҡланыу – йәмғиәт именлегенең төп нигеҙе. “Демография” милли проектында ошо маҡсатҡа ҙур иғтибар бүленгән.

Дөрөҫ туҡланыу – йәмғиәт именлегенең төп нигеҙе. “Демография” милли проектында ошо маҡсатҡа ҙур иғтибар бүленгән.


Билдәле булыуынса, беҙҙә “Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәүгә дәртләндереү, шул иҫәптән дөрөҫ туҡланыу һәм насар ғәҙәттәрҙән баш тартыуға этәргес биреү системаһы формалаштырыу” төбәк проекты эшләй. Ул “Демография” милли проекты бурыстарын үҙ эсенә ала.


Ошо программаға ярашлы, бөгөн Нефтекама ҡалаһында төбәк туҡланыу операторҙарының республика форумы үтә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, беренсе тапҡыр уҙғарылған сараның киләсәктә был тармаҡта төп фекер алышыу майҙанына әйләнеүе ихтимал. Унда өлкә белгестәре, эксперттар балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороуҙы камиллаштырыу алымдарын тикшерә, иң яҡшы тәжрибә өлгөләрен күрһәтә.


Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Алексей Гусев һүҙҙәренсә, бөгөн муниципалитеттарҙа ныҡлы матди базаһы, алдынғы технологиялары булған һөнәри операторҙар эшләй. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Ошо иҫәптә – төбәк кимәлендә йәмғиәттең социаль төркөмдәрен юғары сифатлы туҡландырыуҙы тәьмин итеү өсөн берҙәм хоҡуҡи, иҡтисади, ойоштороу нигеҙҙәрен булдырыу.


Форумда дәүләт власы, муниципаль район, ҡала хакимиәттәре, туҡланыу операторҙары предприятиелары вәкилдәре, республика етештереүселәре, продукция ташыусылар һ.б. ҡатнаша.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас: