-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль 2019, 17:09

Өфө сапсандары ни хәлдә икән?

Өфөләге иң бейек "Уралсиб" банкы ҡыйығында яҡынса 2006 йылдан алып һирәк осрай торған ҡоштар - сапсандар оя ҡора. Быйыл орнитологтар яҙҙан уҡ ҡыйыҡ башына камера ҡуйып, ҡоштарҙың себеш баҫҡанын, осорға өйрәткәнен күҙәткән.

Өфөләге иң бейек "Уралсиб" банкы ҡыйығында яҡынса 2006 йылдан алып һирәк осрай торған ҡоштар - сапсандар оя ҡора. Быйыл банк хеҙмәткәрҙәре апрелдә ҡыйыҡ башына камера ҡуя һәм тәжрибәле орнитологтар, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы белгестәре ҡоштарҙың себеш баҫҡанын, осорға өйрәткәнен күҙәткән.

Ютуб каналындағы онлайн трансляция 14 майҙан 1 июлгәсә дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә 80 000 ашыу кеше видеояҙмаларҙы ҡараған.

Быйыл инә сапсан 4 йомортҡа һалып, шуларҙан 20-21 майҙа ике себеш баҫып сығарған. Һауа торошо йыш үҙгәреп торғанға күрә, ҡалған ике себеш сыға алмаған.

Сапсан себештәренә орнитологтар Себер һәм Урал тип исем ҡушып, аяҡтарына тамғалы балдаҡтар таҡҡан. Ҡошсоҡтар 25 июндә беренсе тапҡыр һауаға күтәрелгән.Тәпейҙәрендәге балдаҡтар ҡоштарҙың осош географияһын, ҡайҙа ҡышлауҙарын билдәләү өсөн тағылған.
Читайте нас: