-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль 2019, 18:51

Июль беҙҙе ҡыуындара, 30 градустан да юғары ҡыҙҙыра!

Сафари? Калахари? Юҡ, Башҡортостан!

Июнь айы беҙгә күфәйкә кейергә мәжбүр итте, ә июль көньяҡ эҫеһе менән ҡыуандыра. Алдағы өс көндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар менән эҫе һауа торошо күҙаллана. Бөгөн Һауа температураһы көндөҙ 25-30 градус, көньяҡ-көнсығышта 35 градусҡа етәсәк.
Иртәгә, 19 июлдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа ул көсәйәсәк, шулай уҡ йәшенле ямғыр, боҙ борсаҡ көтөлә. Төндә 17-22, көндөҙ 25-30, көньяҡ-көнсығышта 35 градусҡаса эҫетәсәк.
20 июлдә иһә шулай уҡ эҫе һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, ваҡыты менән төньяҡтан талғын иҫәсәк, йәшен мәлендә киҫкенләшәсәк. Һауа температураһы төндә 13-18, көньяҡ-көнсығышта 22, көндөҙ 23-28, көньяҡ-көнсығышта 33 градусҡа етәсәк.
Шулай итеп урал аръяғында ныҡ эҫе буласаҡ.
Читайте нас: