+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июль 2019, 12:52

Балалар майҙансыҡтары

Балалар һәм спорт майҙансыҡтары, балалар ҡаласыҡтары хәүефһеҙ, уңайлы, таҙа һәм йәшәгән йортҡа яҡын булыуы шарттарына мониторинг уҙғарыла. Проблемалы майҙансыҡтар булғанда уларҙы фотоға төшөрөп, фотоларын Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының электрон адресына ебәрә ала.

20-31 июлдә балалар һәм спорт майҙансыҡтары, балалар ҡаласыҡтары хәүефһеҙлек, уңайлы, таҙа һәм яҡын булыуы шарттарына мониторинг уҙғарыла. Тикшереү Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы менән берлектә республиканың муниципаль берәмектәрендәге йәмәғәт советтары һәм йәмәғәт палаталары ҡатнашлығында уҙа.
Проблемалы майҙансыҡтарҙың фотоларын республикала йәшәүселәр Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының электрон адресына [email protected] ебәрә ала.
«Беҙ ихаталарҙа булған проблемаларҙы асыҡлай алабыҙ. Чиновниктар һәр урамға барып етмәҫ, төбәктең бөтә муниципаль берәмектәрендә булған йәмәғәт советтары республика халҡы менән берлектә мәғлүмәт йыя ала», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина.
Мониторинг һөҙөмтәләре мәсьәләне хәл итеү өсөн Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетына, Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына, муниципаль берәмек хакимиәттәренә ебәреләсәк.
Читайте нас: