+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июль 2019, 12:44

Башҡорт ҡымыҙы Өфө ипподромында

«Аҡбуҙат» ипподромында башҡорт ҡымыҙы

27-28 июлдә «Аҡбуҙат» ипподромы биләмәһендә «Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале үтә.
Байрамға Башҡортостан райондарынан ҡымыҙ етештереүселәр йыйыла, улар Өфөгә үҙ продукцияһын алып килә. Сарала ҡымыҙ бешеүселәр йыйылышы һәм уҡытыу үтә. Шулай уҡ улар үҙенең ҡымыҙын республикала иң яҡшы тип атау хоҡуғына бәйгелә көс һынашасаҡ.
Программала этно-йәрминкә, концерт, балалар һәм өлкәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, этно-ихата һәм балалар зонаһы көтөлә. Ҡымыҙ-бары һәм сәйхана менән ял зонаһы, шулай уҡ «Ашмаркет» ризыҡ фестивале ойошторола. Фестивалдең икенсе көнөндә ғаилә менән «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының сираттағы этабында ат сабышын ҡарарға мөмкин.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды
Читайте нас: