-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июль 2019, 21:00

Башланғыс кластар бушлай туҡланырмы?

Радий Хәбиров мәктәптә туҡланыуға һәм уға бәйле мәсьәләләргә ныҡлы иғтибар бүлергә вәғәҙә итте.

Радий Хәбиров мәктәптә туҡланыуға һәм уға бәйле мәсьәләләргә ныҡлы иғтибар бүлергә вәғәҙә итте.


— Ҡайһы бер балалар өсөн мәктәптә туҡланыу – тәмле итеп тамаҡ туйҙырыу өсөн берҙән-бер мөмкинлек. Шуға күрә туҡланыуҙы дөрөҫ итеп ойоштороу мөһим дәүләт бурысы, — тине ул Нефтекамала уҙған Республика туҡланыу операторҙары форумында.


Радий Фәрит улы башланғыс кластар уҡыусылары өсөн туҡланыуҙы бушлай ойоштороу мәсьәләһе ҡарала, тине. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан 1,5 миллиард һум талап ителәсәк.


Хәбиров мәктәп ашханаларында ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте тыйҙы, мәҫәлән, сит илдән һатып алынған брикетлы ит.

Фото: pixabay.com.
Читайте нас в