+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июль 2019, 21:14

Лифт бармағын өҙгән

Ҡыҙ эте менән лифтҡа ултырған, әммә дүрт аяҡлы дуҫы, нимәнәндер өркөп, лифттан һикереп сыҡҡан.

Мәскәүҙә туғыҙ йәшлек ҡыҙ эте менән лифтҡа ултырған. Әммә дүрт аяҡлы дуҫы, нимәнәндер өркөп, лифттан һикереп сыҡҡан.


Ҡыҙ уны туҡтатырға теләп, ишеккә ҡулын тыҡҡан. Әммә лифт артабан китеп барған һәм баланың бер бармағы өҙөлгән.


Ҡыҙҙың илағанын ишетеп, ашығыс ярҙам саҡырғандар. Бәхеткә күрә, ике сәғәт самаһы барған операция уңышлы тамамланған – ҡыҙың бармағын тегеп ҡуйғандар.


Лифт китә башлаһа, кемделер көтһәк, ғәҙәттә, бөтәбеҙ ҙә тиерлек уға ҡулыбыҙҙы тығабыҙ йәки ишек араһына баҫабыҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәре былай итеү хәүефле булыуын иҫкәртә. Ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймайыҡ.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.
Читайте нас: