+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2019, 14:21

"Аманат"та ниҙәр бар?

Белеүегеҙсә, быйыл “Аманат” (элекке “Пионер”) журналына 90 йәш тулды. Беҙҙең олатай-өләсәйҙәр генә түгел, ҡартолатай-ҡартөләсәйҙәр уҡып үҫкән был журналды. Ә һеҙҙең белгегеҙ киләме?

Белеүегеҙсә, быйыл “Аманат” (элекке “Пионер”) журналына 90 йәш тулды. Беҙҙең олатай-өләсәйҙәр генә түгел, ҡартолатай-ҡартөләсәйҙәр уҡып үҫкән был журналды. Ә һеҙҙең белгегеҙ киләме? Заманында “Аманат” журналы уҡыусыларына нимәләр тәҡдим итте икән? Дуҫтар, әйҙәгеҙ, "мейене шырыштырып”, еңел генә уйын уйнап алайыҡ? Комментарийҙа олатай-өләсәйҙәрегеҙҙең тыуған йылын, айын, көнөн (исем-фамилияһы кәрәкмәй) яҙығыҙ. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, “Аманат” журналының шул йылдағы, айҙағы битенең күсермәһен фотоға төшөрөп төркөмгә һалырбыҙ. Мәҫәлән, “Аманат” журналының иң өлкән хеҙмәткәре – баш мөхәррире –Сәлмән Шәкирйән улы 1969 йылдың 24 сентябрендә тыуған (әйткәндәй, уға быйыл 50 йәш тула). 1969 йылдың сентябрь айының 24-се битендә нимәләр баҫылғанын уҡығыҙ?
Читайте нас: