-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2019, 13:09

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Эҫе көндәрҙә аяҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре һыу буйына йүгерә. Йылы ҡояш аҫтында һыу инеүе рәхәт тә, күңелле лә, сәләмәтлек өсөн дә файҙалы. Йәйҙең хозурлығына һоҡланып, һаҡланыу саралары хаҡында һис тә оноторға ярамай. Һыуҙа батып барыусыға тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен белеү һәр кем өсөн мөһим. Балалар! Һыу инеү ҡағиҙәләрен иҫеңдә тот!https://amanat.rbsmi.ru

Эҫе көндәрҙә аяҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре һыу буйына йүгерә. Йылы ҡояш аҫтында һыу инеүе рәхәт тә, күңелле лә, сәләмәтлек өсөн дә файҙалы. Йәйҙең хозурлығына һоҡланып, һаҡланыу саралары хаҡында һис тә оноторға ярамай. Һыуҙа батып барыусыға тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен белеү һәр кем өсөн мөһим.
Балалар! Һыу инеү ҡағиҙәләрен иҫеңдә тот!
1. Таныш булмаған урында, күпер аҫтында, быуала йөҙмәгеҙ. Махсус йыһазландырылған йәиһә электән һыу инеү өсөн һайланған урындарҙа ғына һыу инергә мөмкин.
2. Һыуға ҡапыл төшөргә ярамай, тәүҙә аяҡ-ҡулдарығыҙҙы сылатып, яйлап ҡына сикәнес алырға кәрәк.
3. Яҡшы йөҙә белмәйһегеҙ икән, иптәштәрегеҙгә был турала әйтегеҙ һәм ярҙан сикә китмәгеҙ. Хатта йөҙә белгән хәлдә лә алыҫ араға йөҙөү хәүефле, хәлегеҙ етмәүе ихтимал.
4. Һыуҙа 20–30 минуттан ашыу булмағыҙ. Өшөүҙән тән тартыша башлауы мөмкин. Һыу һыуыҡ булғанда – айырыуса.
5. Тәнде көҙән йыйырғанда берәй осло әйбер (булавка, энә, осло таш) менән сәнс¬келәп алыу ярҙам итә. Шулай уҡ аяҡты ҡул менән ыуалау, массажлау ҙа һөҙөмтәле.
6. Билдәһеҙ урында һыуға һикереү һәм сумыу ҡурҡыныс, баш менән һыу аҫтындағы ташҡа, ағас ботағына һ.б. әйбергә бәрелеүегеҙ ихтимал.
7. Һыуҙа бер-берегеҙҙе ҡыуышып, батырып уйнамағыҙ. Уйындан уймаҡ сыға.
8. Яр буйында кескәй балаларҙы ҡарау¬һыҙ ҡалдырмағыҙ, һыуға ҡолап төшөүҙәре ихтимал.
9. Тын тултырылған матрастарҙа һәм йөҙгөстәрҙә йөҙгәндә бик һаҡ булығыҙ. Кинәт сыҡҡан ел йә йылға ағымы ярҙан алыҫҡа алып китеүе, йә булмаһа, тулҡындың уны әйләндереүе бар.
10. “Һыу инергә ярамай!” тигән билдә ҡуйылған урында һыу инеү ҡәтғи рәүештә тыйыла.
11. Ҡомда ҡыҙынғанда, эҫе үтмәһен өсөн баш кейеме кейергә онотмағыҙ.
12. Кешеләр һыу ингән урында ишкәкле һәм моторлы кәмәләр, һыу велосипедтары һәм мотоциклдары ҡулланмағыҙ.
13. Һыуҙа йөҙөүсе судноларға яҡын барыу тыйыла. Теплоход алдындағы ағым уның аҫтындағы винтына һөйрәп алыуы ихтимал.
Батып барыусыны нисек ҡотҡарырға?
1. Батып барыусы кешене күргәндә, иң беренсе ярҙам һорап ҡысҡырырға кәрәк.
2. Бәләгә тарыусыға тотонор өсөн бау, йөҙгөс ташлап, ҡотҡарыу сараһын күрергә.
3. Яҡшы йөҙһәгеҙ, янына барып, хәлегеҙҙән килгәнсә һыуҙан сығырға ярҙам итергә тырышығыҙ. Әммә уның алдына килергә ярамай, ә арт яғынан яҡынлашығыҙ, юғиһә батып барыусы кешенең, паникаға бирелеп, йәбешә башлауы һәм һеҙҙе лә һыу аҫтына һөйрәүе ихтимал. Иң яҡшыһы – сәсенән йә ҡултыҡ аҫтынан эләктереп алыу һәм салҡан әйләндереп, ярға ҡарай һөйрәү.
4. Ағым һыуҙа батҡан кешене ҡотҡарыуы тағы ла ауырыраҡ. Был осраҡта күмәкләп эш итергә кәрәк. Ҡулға-ҡул тотоношоп, бер рәткә теҙелеп торорға һәм иң һуңғы кеше батып барыусыға ярҙам итә.
Тәүге ярҙам күрһәтеү
Һыуҙан сығарғас, бәләгә тарыусының хәленә ҡарап, тәүге ярҙам күрһәтергә лә тура килә.
1. Тубыҡланған килеш, зыян күреүсенең башы кәүҙәһенән аҫҡа һәленеп торорлоҡ итеп, тубығығыҙға һалығыҙ, 2. Бармаҡты яулыҡ йә туҡыма менән урап, ауыҙының эсен ҡомдан, бысраҡтан таҙартырға. Шул уҡ ваҡытта тын алыу юлдарынан һәм ашҡаҙанынан һыу сыҡһын өсөн йөҙтүбән әйләндереп, кәүҙәһенә баҫып-баҫып алырға. Ҡоҫтороу рефлексын әүҙемләштереү өсөн тел төбөнә лә кинәт кенә ныҡ итеп баҫыуҙың да файҙаһы бар.
3. Зыян күреүсе тын алмаһа, ауыҙҙан-ауыҙға йәиһә ауыҙҙан-танауға яһалма рәүештә тын алдырырға.
4. Ауыҙына һауа өргәндә быны марля йә яулыҡ аша эшләргә кәрәк. Уның йышлығы минутына 17 тапҡыр булырға тейеш.
5. Йөрәге туҡтағанда яһалма тын алдырыуҙы йөрәккә массаж менән сиратлап эшләргә. Бының өсөн тын алдырыу араһында күкрәккә 3 – 4 тапҡыр ныҡ ҡына итеп баҫырға. Иң яҡшыһы – быны икәүләп эшләү.
6. Иң мөһиме – бәләгә тарыусыны иғтибар¬һыҙ ҡалдырырға ярамай, йөрәге тибеүҙән туҡтауы ихтимал. Тиҙ арала “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ.
Үҙегеҙ һыуға батҡанда
1. Паникаға бирелмәгеҙ, ярҙағыларға ярҙам һорап ҡысҡырығыҙ.
2. Арҡаға әйләнеп ятығыҙ, ҡулығыҙҙы йәйеп, тәрән итеп тын алып тынысланырға тырышығыҙ.
3. Һыу йотоп сәсәгәндә лә, иң мөһиме, тыныс булығыҙ. Тулҡынға арҡағыҙ менән боролоп, яҡшы итеп тын алығыҙ, танауығыҙҙы һыуҙан таҙартығыҙ.
4. Хәлегеҙ бөтә башлағанын тойһағыҙ, башҡаларҙы ярҙамға саҡырығыҙ.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын, ти. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙән сығармағыҙ, балалар!
Читайте нас: