Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, "Мәғариф" милли проектының "Заман мәктәбе" федераль проекты сиктәрендә, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға белем алыуға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән төбәк проектын ғәмәлгә ашыра.
Сығымдарҙы үҙләштәргәндә сығарылыш уҡыусылары артабан уҡыуҙарын дауам итә һәм эшкә урынлаша алһын өсөн һәр учреждениеның үҙенсәлектәрен, уҡыусыларҙың контингентын иҫәпкә алып, хеҙмәт оҫтаханаларын һәм "Технология" өлкәһендәге предмет кабинеттарын йыһазландырыуға өҫтөнлөк биреләсәк. Шулай уҡ сара барышында психология-педагогика кабинеты, дефектолог, логопед һәм башҡа һауыҡтырыуға, белем биреүгә йүнәлтелгән кабинеттар яңыртыласаҡ.