+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2019, 18:04

Селфи, белфи

Селфи, белфи, ҡымыҙфи, мелфи, усси, гөлфи... улары тағы нимә?

Селфи, белфи, ҡымыҙфи...
“Ә хәҙер, әйҙәгеҙ селфи эшләйек!” Моғайын, селфи тураһында белмәгән кеше бик һирәктер. Бәғзеләребеҙ телефон һатып алғанда иң беренсе уның фотокамераһының сифатына ҡарай – селфи эшләрлекме-юҡмы?
Ә һеҙ уның төрҙәре тураһында хәбәрҙармы? Түбәндә беҙ селфиҙың иң популяр 12 төрө менән таныштырабыҙ.
Мелфи – ул ир-егеттәр селфиһы. Әлбиттә, ҡыҙҙарға ҡараҡанда, егеттәр был шөғөлдө һирәгерәк үҙ итә. АҠШ ғалимдары үҙ-үҙен йыш фотоға төшөрөүсе ир-егеттәрҙе психик яҡтан ауырыу тип таныған.
Әгәр ҙә үҙ-үҙен фотоға төшөрөүсе камераға берәй айуанды ла эләктерһә, был төр селфи фелфи тип атала икән. Был йәһәттән, эт, йәки бесәй ҡосаҡлап төшөүселәрҙең фотолары интернет тулы.
Усси тип күмәкләп фотоға төшөү атала. Йәғни бер кеше ҡулын һуҙып фотоға төшөрә, а ҡалғандары уның артында тора.
Көҙгөлө лифтта фотоға төшөү ҙә айырым бер атамаға эйә икән. Лифтолук тип атала ул. 10-сы ҡаттан 1-сегә төшөп еткәнсе ҡыҙҙар 30-35 фото төшөрөп өлгөрә ти, хатта.
Иң күп селфи ҡайҙа эшләнелә тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, спорт залында! Тап шуның өсөн уның исеме лә фитнес-селфи. Ҡабарып торған мускулдарҙы, тренажерҙарҙы фотоға төшөрөп
6. Ә инде һөйгәнең менән парлашып фотоға төшөү – релфи тип атала. Тик бындай фотоны интернет селтәренә һалырға ашыҡмағыҙ, “дуҫтар” араһында көнсөлдәре лә осрауы бар. Мөнәсәбәттәргә күҙ теймәһен тиһәгеҙ, релфины сәхифәнән юйып ташлауығыҙ хәйерлерәк булыр.
ӘЙТКӘНДӘЙ, “Аманат” журналына бер ай эсендә генә әллә күпме фото килә. Шулар араһында ҡыҙыҡлы селфиҙар ҙа бар. Ҡыҙыҡ булһын әйҙә тинек тә, уларҙы ла бер нисә төргә бүлеп сыҡтыҡ. Шуға ауыҙ тултырып, хәҙер башҡорт селфиһы ла бар, тип әйтә алабыҙ!
Ҡымыҙфи ...артабан "Аманат" журналының 7-се һанында уҡығыҙ
Читайте нас: