+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2019, 09:25

Владимир Путин тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты

Владимир Путин Хөкүмәткә граждандарға бюджет средстволарынан ипотеканың тәүге иғәнәһенә субсидия биреү йәки процент ставкаһын ҡайтарыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Владимир Путин Хөкүмәткә граждандарға бюджет средстволарынан ипотеканың тәүге иғәнәһенә субсидия биреү йәки процент ставкаһын ҡайтарыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.


Бындай компенсация рәсәйҙәргә бер тапҡыр бирелергә тейеш. Ошо мөһим мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр 2019 йылдың 1 сентябренә әҙер буласаҡ. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, күп ҡатлы йорттарҙың архитектура йөҙөнә талаптар артасаҡ, шәхси торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә иғтибар биреләсәк.


Президент шулай уҡ аҙ килемле граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү механизмдарын уйларға ҡушты. Был осраҡта ул хосуси милек булып иҫәпләнмәйәсәк.



Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.
Читайте нас: