-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль 2019, 12:05

Иркутск малайына - "Мерседес"

ВЛАДИМИР ПУТИН ИРКУТСК МАЛАЙЫНА «МЕРСЕДЕС» ВӘҒӘҘӘ ИТТЕ.

Иркутск өлкәһендә һыу баҫыу сәбәпле ил етәксеһе халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә.
Тулун ҡалаһындағы эш сәфәрендә уға бер баланың Президент менән бик осрашҡыһы килеүе хаҡында еткерәләр. Владимир Путин малайҙан ниндәй үтенесе булыуын һорай. Уныһы аптырап тормай, идара ителә торған машина тураһында хыялланыуы хаҡында әйтә.
“Дима, һиңә машина буласаҡ, ә ниндәйҙе теләйһең? «Мерседес»мы? Мин үтәргә тырышырмын”, – тип вәғәҙә итә Путин.
Бәләгә тарыған кешеләрҙең ил етәксеһенә һорауҙары күп булды. Уларҙы аҡса күсерелмәү проблемалары, ҡазаланған йорттар тураһында мәғлүмәттең дөрөҫ булмауы, юғалтылған милекте ҡайтарыу мәсьәләһе һ.б. борсой. Ил Президенты Владимир Путин Иркутск өлкәһенең Братск ҡалаһына килде. Унда ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү, төбәкте борсоған мәсьәләләр буйынса ҙур кәңәшмә уҙасаҡ.
Ташҡын аҫтында 109 тораҡ, ун бер меңгә яҡын йорт ҡалды, 25 кеше һәләк булды, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа бар.
Читайте нас: