Беләһегеҙ, беҙҙең илдә 12 милли проект ғәмәлгә ашырыла. Шуларҙың береһе - "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү".
БР иҡтисади үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Лилиә Мәжитова белдереүенсә, Башҡортостан 2017 - 2018 йылдарҙа ошо исемдәге пилот программаһында ҡатнашыусы булғайны. Быйылдан ул - өҫтөнлөклө милли проект.
Проекттың үҫеш күрһәткестәрен атағанда, ул былайыраҡ күҙаллана:
- иҡтисадтың сеймал булмаған урта һәм ҙур предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеге 2024 йылға 105 процентҡа етәсәк. Әле - 101,4.
Башҡортостанда 106,3 процент буласаҡ, быйыл ул 102,3.
- өҫтөнлөклө проектты ғәмәлгә ашырыуҙа йәлеп ителгән предприятиелар һаны 958, 2024 йылға 10 меңгә еткереү күҙаллана.
Башҡортостанда әле 50, 2024 йылға 196 буласаҡ.
Проектта ҡатнашыусы предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге бер йылдан - 10, ике йылдан - 15, өс йылдан 30 процентҡа артырға тейеш.
Булдырырҙармы? Ҡуйылған бурысты үтәүгә яуаплы ҡарағанда һәм эшкә дәрт булғанда, әлбиттә, булдырырҙар.