-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июль 2019, 13:49

Алдағы ял көндәрендә һауа торошо нисек булыр?

Башҡортостанда ял көндәрендә һауа торошо нисек?

Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә республикала эҫе һауа торошо торасаҡ. Йәкшәмбе һауа температураһының бер аҙ түбәнәйеүе фаразлана.
26 июлдә Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ. Ел тотороҡһоҙ талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 26-31 градус.
27 июлдә төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен. Ел көнсығыштан талғын, йәшендә көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә – 12-17 градус, таулы райондарҙа 8 градусҡа тиклем. Көндөҙ эҫе – 24-29 градус.
28 июлдә синоптиктар ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән уртаса ямғыр, айырым райондарҙа йәшен вәғәҙәләй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, йәшендә көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә – 12-17 градус, көндөҙ – 20-25.
Читайте нас: