Башҡортостанда башҡорт телен үҙаллы өйрәнеү өсөн веб-ресурс булдырыла. «Интерактив башҡорт теле» проекты дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса 2,9 миллион һум күләмендә Башҡортостан башлығы грантын алды.
Веб-ресурс өҫтөндә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты командаһы эшләй. Проект сиктәрендә башҡорт телен үҙаллы өйрәнеү һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өсөн медиа-контент булдырыла. Веб-ресурс контентын башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү буйынса өҫтәмә белем биреү программаһы итеп ҡулланырға мөмкин.
Проект сайтында интерактив онлайн-дәрестәр, видеороликтар, һүҙлектәр урынлаштырыласаҡ. 34 тематик дәрес уҙғарыу өсөн материалдарҙа – сәләмләү, һөйләшеү этикеты һүҙҙәре, үҙаллы күнекмә өсөн күнегеүҙәр.
Проект кисә гранттар буйынса эксперт советы ултырышында ҡаралды. Башҡортостан башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Азат Баҙранов веб-ресурстың мобиль версияһын булдырыу кәрәклеген билдәләне. Мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина сайттың интерфейсын эшләп бөтөрөргә, уның дизайнын заманса итергә кәңәш бирҙе.
Веб-ресурсты традицион август кәңәшмәһендә күрһәтеү һәм 2019 йылдың көҙөндә һынап ҡарау күҙаллана.
Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты ярҙамында 2019 йылда заманса тел ресурстары, аудиокитаптар, йәнһүрәттәр барлыҡҡа киләсәк, балалар өсөн донъя әҙәбиәте классиктарының тәржемәләре башҡорт телендә нәшер ителәсәк, фестивалдәр, байрамдар һәм мәҙәни-мәғәриф акциялар уҙғарыласаҡ.
Грант ярҙамының дөйөм суммаһы – 72 миллион һумдан ашыу.