-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июль 2019, 09:32

Әсәлек капиталы программаһын срокһыҙ итергә тәҡдим итте

РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы тәғдиме.

Әсәлек капиталы программаһын мөҙҙәтһеҙ булырға тейеш тип һанай РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы.
«Ул һәр ваҡыт ғәмәлдә булырға һәм капитал күләме даими индексланырға тейеш. Барыһы ла үткән бюджет циклындағы кеүек өсәр йыллыҡ тотҡарланыуҙарға юл ҡуйылмаһын өсөн эшләнә», — тип министрҙың беренсе урынбаҫары Алексей Вовченконың һүҙҙәренә һылтанып, РИА Новости хәбәр итә.
Быға тиклем Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко әсәлек капиталы программаһы 2025 йылға тиклем оҙонайтылыуына өмөт белдерҙе. Ул бының буйынса ҡарар йыл аҙағына тикшем ҡабул ителеүе мөмкин тип белдерҙе.
Әсәлек капиталы программаһы илдә 2007 йылдан эшләй. РФ Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы уны 2021 йылдың аҙағына тиклем оҙайттылар. Капитал өсөн сертификат ғаиләлә тыуған икенсе йәкин унан һуңғы бала өсөн бирелә, суммаһы 453 мең һумдан аша. Был аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, бала белеменә, әсәнең пенсияһына ҡулланырға мөмкин. Әсәлек капиталы маҡсатһыҙ тотолмаһын өсөн уны аҡса әйләндереү закон буйынса тыйыла.
«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин июнь айы башында 2020 йылдың 1 ғинуарынан әсәлек капиталы суммаһы 470 мең һум тәшкил итә тип белдерҙе.
«Әсәлек капиталын индекслау 2020 йылдың 1 ғинуарынан башланасаҡ. Был һорау беҙҙе барыһы ла дәррәү ҡабул итте. 202 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡулланыусылар хаҡтары 4%-ҡа артасаҡ, капитал да үҫәсәк. Киләһе йыл бюджетына беҙ алдан әҙерлек менән инәбеҙ. Шулай итеп, 2020 йылдан әсәлек капиталы 470 мең һум тирәһе тәшкил итәсәк», — тине ул.

Читайте нас в