+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июль 2019, 09:23

Сәнғәт мәктәптәренә – 11,2 миллион һум

Субсидия алыусылар – Әлшәй, Архангел, Балтас, Борай, Илеш, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Тәтешле, Өфө, Учалы, Хәйбулла райондары, Ағиҙел, Нефтекама, Сибай ҡалалары.

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проектына ярашлы, быйыл республика муниципалитеттарына балалар сәнғәт мәктәптәре өсөн музыка ҡоралдары, йыһаздар, кәрәк-яраҡ алыуға 11,2 миллион һум субсидия бүленде. Тейешле ҡарарға ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.


Субсидия алыусылар – Әлшәй, Архангел, Балтас, Борай, Илеш, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Тәтешле, Өфө, Учалы, Хәйбулла райондары, Ағиҙел, Нефтекама, Сибай ҡалалары.

Бындай мәктәптәр йыһаздары исемлегенә рәсем һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өсөн ҡорамалдар ҙа инә. Мәҫәлән, мольберттар, балсыҡтан яһалған әйберҙәрҙе үртәү өсөн мейестәр һ.б. Әлеге финанслау махсус мәғариф учреждениеларына кәрәкле ҡиммәтле ҡорамалдар алыу, белем биреү сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирә.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы быйыл 63 сәнғәт мәктәбе “Николай Рубинштейн” маркалы пианино алды. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 22 миллион һум бүленде.


Башҡортостанда 117 балалар сәнғәт мәктәбе бар. Уларҙы музыка ҡоралдары менән тәьмин итеү өсөн республика 2020, 2022, 2024 йылдарҙа 76 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ (барлығы 230,46 миллион һум).



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас: