-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль 2019, 21:08

Антон бер йәшник ҡымыҙ эләктерҙе!

"Йәйләү" башҡорт ҡымыҙ этнофестивале кескәйҙәр өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә оло байрамға әүерелде.

"Йәйләү" башҡорт ҡымыҙ этнофестивале кескәйҙәр өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә оло байрамға әүерелде.
Һәр кемдең зауығына тап килгән спорт ярыштары гөрләп торҙо. Балалар уйынсыҡ аттарҙа ярышты, тоҡ кейеп йүгерҙе. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәре менән танышты.
"Ҡымыҙ миле" иһә тағы ла ҡыҙыуыраҡ барҙы. 1600 километр алыҫлыҡҡа йүгереүҙә Өфө егете Антон Меньшиковҡа тиңләшеүсе булманы. Һөҙөмтәлә бер йәшник ҡымыҙ тап уға тапшырылды! 33 йәшлек ир-ат тауыш режиссеры булып эшләй. Спорт менән әүҙем шөғөлләнә.
– Ҡымыҙҙы яратып эсәм. Шуға ла ошо бәйге иғлан ителгәс, мотлаҡ ҡатнашырға ҡарар иттем, – тине ул.
Автор: Венер ИСХАҠОВ. Автор фотоһы.
Читайте нас в