-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июль 2019, 18:13

Башҡортостанда Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла

Бөрйән районында «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостары персонажы Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыу күҙаллана.

Башҡортостандың Бөрйән районында «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостары персонажы Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыу күҙаллана. Суйындан ҡойолған Аҡбуҙат башҡорт халҡының эпик ҡомартҡыларына тәүге һәйкәл булырға тейеш.
Һәйкәлдең урыны – Йылҡысыҡҡан күле янындағы майҙансыҡ.
Ошо көндәрҙә унда район хакимиәте, Кейекбай ауыл Советы, райондың архитектура идаралығы, Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге вәкилдәре ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе уҙҙы.
Ғилми-етештереү үҙәге иғлан иткән Аҡбуҙат һәйкәленең иң яҡшы проектына конкурс йомғаҡтары буйынса, билдәле башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошовтың эскизы һайлап алынған. Ижадсы мифик атты эпостарҙағы кеүек һүрәтләүгә ирешкән.
Июнь башында Аҡбуҙаттың гипстан яһалған моделе ҡойоу өсөн Ҡаслы архитектура-художество ҡойоу заводына ебәрелгән. Һәйкәлдең бейеклеге – 5 метр, ә аттыҡы 3,5 метр тәшкил итә.
Һәйкәлде рәсми асыу тантанаһы быйыл август айына билдәләнгән.
Читайте нас в