+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июль 2019, 17:26

Өфөлә «Башҡортостандың туристик сувениры» конкурсы уҙғарыла

Конкурста ҡатнашыу – бушлай. Ғаризалар Өфөнөң туристик порталы сайтында 5 авгусҡаса ҡабул ителә.

«Ҡунаҡһарай» сауҙа-эш комплексында 6 августа «Башҡортостан Республикаһының туристик сувениры» республика конкурсы ойошторола. Еңеүселәр һәм призерҙар октябрҙә Һарытауҙа «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсының дөйөм милли финалында ҡатнаша, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Конкурс барышында семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре, «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсына нигеҙ һалған Геннадий Шаталовтың сығышы ҡаралған.
Конкурста ҡатнашыу – бушлай. Ғаризалар Өфөнөң туристик порталы сайтында 5 авгусҡаса ҡабул ителә.
Читайте нас: