+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Август 2019, 11:31

Ат спорты буйынса I республика фестиваленә саҡыралар

17 августа Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында өлкәндәр һәм балалар өсөн ат спорты буйынса Беренсе республика фестивале үтә.

17 августа Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында өлкәндәр һәм балалар өсөн ат спорты буйынса Беренсе республика фестивале үтә.
Төбәк Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, байрам программаһына фестивалдә ҡатнашыусылар һәм ат спорты ветерандары парады, ат тоҡомдары менән танышыу, күрһәтмә ат сығыштары, ат сабышы, конкур, пониҙа фигуралы йөрөү буйынса ярыштар, шулай уҡ Иппотерапия үҙәгенән оҫталыҡ дәрестәре һәм презентация инә.
Фестивалдә бөтә ҡунаҡтар сара үҙәгендә – баҫыу уртаһында буласаҡ. Ат үҙен генә түгел, кешене лә дауалау үҙенсәлегенә эйә. Хатта бер аҙ янында булыу ҙа кеше өсөн терапевтик тәьҫир итә, уның эмоциональ торошон яҡшырта.
Инеү – бушлай.
Читайте нас: