+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Август 2019, 11:00

Владимир Путиндың яңы указы автомобиль алыусыларға ҡағыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин автомобиль номерҙарын алыуҙы еңелләштергән законға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин автомобиль номерҙарын алыуҙы еңелләштергән законға ҡул ҡуйҙы.


Закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.


Документҡа ярашлы, бынан ары Рәсәй кешеләре автомобилдең теркәү номерҙарын үҙаллы һайлап ала ала.

Теләһә кемдән түгел, әлбиттә, ә номер эшләүсе махсус ойошмаларҙан.


Хаҡына килгәндә (буш тип уйламағанһығыҙҙыр ҙа ул?), ул 2000 һумдан да артырға тейеш түгел. Мотоцикл, трактор, прицеп кеүектәрҙеке 1500 һумға тиклем буласаҡ.


Транспортты теркәү кенәгәһенең ҡағыҙ варианты 500 һумға төшһә, пластигы 1500 һум булыр, моғайын.

Читайте нас: