Башҡортостандан Илдар Мостафин «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы федераль этабының «Иң яҡшы янғын һүндереүсе» номинацияһында еңеү яуланы. Ҡотҡарыусы 14 төбәктең вәкилдәрен артта ҡалдырҙы, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Янғын һүндереүселәр ике көн дауамында физик әҙерлек буйынса нормативтар тапшырҙы, граждандар оборонаһы, техник, медицина һәм психологик әҙерлек буйынса теоретик һорауҙарға яуап бирҙе, янғын-строй әҙерлеген белеүҙә ярышты.