+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2019, 11:16

Бындай мәктәп ҡала ерендә лә юҡ

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” биҫтәһе һуңғы йылдарҙа ай үҫәһен көн үҫеп, күптәрҙе төҙөклөгө менән һоҡландыра.

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” биҫтәһе һуңғы йылдарҙа ай үҫәһен көн үҫеп, күптәрҙе төҙөклөгө менән һоҡландыра. Бында яңы йорттар ҡалҡа, асфальт юлдар һалына, социаль объекттар сафҡа индерелә. Биҫтәлә ике меңдән ашыу халыҡ йәшәй, йәштәрҙең дә ҙур ҡалаларҙы һайламай, ә тыуған яғында төпләнеүен иҫәпкә алғанда, киләсәктә халыҡ һаны тағы ла артасаҡ әле.


Бөгөн бындағы балалар ғына түгел, ә ауыл халҡы ла тиҙҙән сафҡа инәсәк заманса яңы белем усағын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. "Мәғариф" милли проектына ярашлы, Белем көнөндә 240 урынға иҫәп­ләнгән өс ҡатлы мәктәп менән 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: ике объект бер ҡыйыҡ аҫтында буласаҡ. Уҡыусылар рәхәтләнеп иркен спорт залында шөғөлләнәсәк, заманса ашханала туҡланып, төрлө түңә­рәк­тәргә, спорт секцияларына йөрөү бәхетенә ирешәсәк. Тағы ла һау­лығы буйынса мөмкинлектәре сик­лән­гәндәр өсөн лифт та ҡарал­ған.


Объекттың хаҡы – 200 миллион һумдан ашыу, төҙөлөштө Башҡорт­остан Хөкүмәте финанслай. Заказ­сыһы – республиканың капиталь төҙөлөш идаралығы, “Ремстройцентр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль подрядсыһы булып тора. Яңы белем усағы – 100 йыллыҡ объекттар исем­легендә. Мөһим төҙөлөштә, ни­геҙҙә, Баймаҡ, Сибай һәм Өфө ҡалалары төҙөүселәре мәшғүл. Нигеҙ ташы 2018 йылдың ок­тябрендә һалынған.


– Балаларҙың, ата-әсәләрҙең ҡыуанысы­ның иге-сиге юҡ, улар йыш ҡына төҙөлөш барышы менән ҡыҙыҡһынып килә, белем усағының мөһабәт булыуын билдәләп, тиҙерәк парта артына ултырырға ине, тигән теләк белдерә, – ти төҙөлөш мастеры Тимерхан Ғө­зәйеров. – Белем усағының проекты уникаль, бындай бина хатта ҡайһы бер ҙур ҡалаларҙа ла юҡ, ул заманса төҙөлөш нормаларына, стандарттарына ярашлы эшләнгән.


Яңы мәктәптең директоры Фәнил Йылҡыбаев та төҙөлөш барышынан ҡәнәғәт булыуын билдә­ләп, әле 200-ҙән ашыу ғариза теркәлеүен белдерҙе. “Һаман бул­һа ата-әсәләрҙән ғариза килеүен дауам итә. Күптәр балаларының яңы мәктәптә белем алыуын, баҡсала тәрбиәләнеүен теләй”, – ти ул.


Бөгөн мәктәптең ҡыйығын ябыу тамамлана, әле төҙөүселәр биҙәкләү эштәре менән мәшғүл, тирә-яғын төҙөкләндереү эше лә әүҙем бара. Бинаның фасадын тыштан заманса материал менән көпләү ҙә ойошторолған. Йылылыҡ системаһы, электр үткәрелгән.

– Шөкөр, төҙөлөшкә бер нәмә лә ҡамасау түгел, материал ваҡы­тында килтерелә, төҙөүселәр­ҙең эшкә дәрт-дарманы ташып тора, – ти Тимерхан Әмирхан улы. – Балаларҙың ҡыуанысы тиҙерәк тормошҡа ашһын өсөн һәр кем ҙур ихласлыҡ менән хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.


Баймаҡ районы.


Автор: Самат ҒӘЛИН
Читайте нас: