+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2019, 15:27

"Мәғариф" милли проекты: балалар яҡын киләсәктә ниндәй мәктәптәрҙә белем алыр?

Милли проекттың маҡсаты – Рәсәйҙә белем биреү системаһын камиллаштырыу һәм дөйөм белем биреү буйынса 10 иң алдынғы ил сафына инеү. Уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе ниндәй ҡыҙыҡлы яңылыҡтар көтә икән?

“Мәғариф” милли проекты Владимир Путин тарафынан 2018 йылда раҫланғайны.
Милли проекттың маҡсаты – Рәсәйҙә белем биреү системаһын камиллаштырыу һәм дөйөм белем биреү буйынса 10 иң алдынғы ил сафына инеү. Уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе ниндәй ҡыҙыҡлы яңылыҡтар көтә икән?
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Заманса мәктәп”, “Һәр уҡыусының ҡаҙаныштары”, “Балалы ғаиләләргә ярҙам”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Йәш һөнәрмәндәр”, “Һәр кемгә – яңы мөмкинлектәр”, “Ижтимағи әүҙемлек” төбәк проекттары үҙ эшен башлаясаҡ.
Уҡыусыларҙы кесе йәштән үк квадрокоптер менән эш итергә, VR (виртуаль) шлем кейеп, виртуаль донъя төҙөргә, 3D-принтерҙа төрлө нәмәләр эшләргә “Башҡортостан кванториумы” тип аталған автостанция-технопарктарҙа өйрәтәсәктәр. Был программалар мәктәптәрҙә “Технология” дәрестәрендә һәм махсус график буйынса дәрестән тыш түңәрәктәрҙә алып барыласаҡ. Тимәк, быйылғы уҡыу йылынан уҡ меңәрләгән кескәй инженер ҡыҙыҡлы шөғөлөн табасаҡ!
Әйткәндәй, әлегә “Башҡортостан кванториумы” республика ауылдарында ғына эшләй.
Башҡортостанда шулай уҡ “Үҫеш нөктәһе” 133 һанлы, тәбиғи-ғилми һәм гуманитар профилдәре үҙәге асыла. Бының өсөн республикаға 208,5 млн һум субсидия бүленәсәк.
2024 йылға тиклем Башҡортостан мәктәптәрендә 798 үҙәк асылып, 350 меңдән ашыу бала үрҙә һаналып үткән яңы технологиялар буйынса уҡыясаҡ.
Әлбиттә, алдынғы ҡарашлы шәхес тәрбиләү өсөн, мәктәптәрҙә махсус синыфтар булырға тейеш. Тап шуның өсөн быйылдан башлап Башҡортостандың 54 районы мәктәптәрҙе йыһазландырыу өсөн субсидиялар аласаҡ. ОБЖ, информатика һәм технология кластары өр-яңы ҡорамалдар менән тулыландырыла. Быйыл республиканың 48 ауылында спорт залдарын яңыртып, яңы инвентарь менән тулыландырасаҡтар.
2024 йылға республика мәктәптәренең 95проценты һанлы белем биреү мөхите өсөн Федераль мәғлүмәт-сервис платформаһын ҡулланасаҡ.
Алты йылдан Башҡортостанда заманса ҡормалдар менән йыһазландырылған 55 оҫтахана эшләйәсәк, ә быйыл республиканың алты колледжында World Skills стандарттарына тап килгән 30 оҫтахана асыласаҡ.
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республика мәктәптәре, һис шикһеҙ, үҙгәрәсәк. Сентябрҙән үк ҡайһы бер белем усаҡтары уҡыусыларҙы яңы технологиялар менән йыһазландырылған синыфтар менән ҡаршы алмаҡсы.
Читайте нас: