-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2019, 11:03

Милли проект: ауылға интернет килә!

Ағымдағы йылдың 30 ноябренә тиклем республикала 389 фельдшер-акушерлыҡ пункты интернет селтәренә тоташтырыласаҡ.

Ағымдағы йылдың 30 ноябренә тиклем республикала 389 фельдшер-акушерлыҡ пункты интернет селтәренә тоташтырыласаҡ. Был хаҡта Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә Башҡортостандың мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһы эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин белдерҙе.


“Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә өс йыл эсендә йәмғеһе ике меңдән ашыу ауыл һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы сымлы һәм сымһыҙ технологияларға тоташтырыласаҡ.


Геннадий Разумикин белдереүенсә, социаль йәһәттән әһәмиәтле объекттарҙы интернетҡа тоташтырыу хаҡы башта 2,5 миллиард һум тәшкил иткән. Электрон аукцион үткәреү һөҙөмтәһендә, ҡаҙна сығымдарын 1,7 миллиард һумға тиклем кәметеүгә өлгәшелгән. Һөҙөмтәлә 2021 йылға тиклем өс мең самаһы социаль объект – ФАП-тар, мәктәптәр, урындағы үҙидара органдары – донъя селтәренә ҡушыласаҡ. Үҙ сиратында, был ауыл халҡына ла интернет селтәренә тоташыуҙы еңелләштерәсәк.


– Һанлаштырыу процестарына иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтарында ла әүҙемерәк тотоноғоҙ. Ғөмүмән, һанлаштырыуға бәйле ғәмәлдәр бер ҡулда булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров сара барышында.


“Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли программаһы сиктәрендә республикала биш төбәк проекты тормошҡа ашырыла.

#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан

#ВладимирПутин


Фото: glavarb.ru


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА
Читайте нас: