-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2019, 19:03

Радий Хәбиров «бик көслө йоғонтоло» Рәсәй субъекттары башлыҡтары рейтингына ингән

Рейтингты төҙөүселәр билдәләүенсә, Хәбиров июнь менән сағыштырғанда 26-сы урындан 19-сыға күтәрелгән.

Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы эксперттары 2019 йылдың июлендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировты «бик көслө йоғонтоло» Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтары исемлегенә индергән.
Рейтингты төҙөүселәр билдәләүенсә, Хәбиров июнь менән сағыштырғанда 26-сы урындан 19-сыға күтәрелгән. Шул рәүешле бик көслө йоғонтоло губернаторҙар иҫәбенә ингән.
«Башҡортостан етәксеһе Дмитрий Медведев менән осрашыуы һәм хөкүмәт башлығының Ишембайҙа махсус иҡтисади зона булдырыу тураһында башланғысты хуплауы фонында бик көслө йоғонтоло төркөмгә күсә», — тип асыҡлыҡ индерҙе эксперттар.
«Бик көслө йоғонтоло» башлыҡтар рейтингын Мәскәү мэры Сергей Собянин аса, икенсе урында — Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров, өсөнсөлә — Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов. Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Артюхов исемлектә һуңғы урында килә.
Читайте нас в