-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2019, 19:00

Әйҙә, бушлай фильмдар ҡарарға!

24 августа Өфөлә "Кино төнө" акцияһы үтә.

24 августа Өфөлә "Кино төнө" акцияһы үтә.


Теләгән һәр кем "Родина" кинотеатрында киске сәғәт 8-ҙән алып бушлай фильмдар ҡарай ала. Акция программаһы тамашасыларҙың онлайн-тауыш биреү юлы менән төҙөлдө. Андрей Волгиндың "Балканский рубеж" фильмын 8,5 мең тамашасы ҡарарға теләк белдергән. Артабан прораммала - "Домовой" (Евгений Бедарев), "Полицейский с Рублевки. Новогодний беспредел" (Илья Куликов).


"Кино төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы быйыл дүртенсе тапҡыр РФ Мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторола. Уға бик күп музейҙар, китапханалар, кинотеатрҙар ҡушыла. Улар тамашасылар өсөн кино сәнғәте менән бәйле экскурсиялар, осрашыуҙар, викториналар ойоштора, конкурстар үткәрә.
Читайте нас в