-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Август 2019, 10:07

Милли проект: хаҡлы ялға сығыр алдынан да уҡыйҙар

“Өлкән быуын” төбәк проекты нигеҙендә 2019 – 2024 йылдарҙа Башҡортостанда пенсия алды йәшендәге 1480 кеше йыл һайын уҡыуға йәлеп ителә.

“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” төбәк проекты нигеҙендә 2019 – 2024 йылдарҙа Башҡортостанда пенсия алды йәшендәге 1480 кеше йыл һайын уҡыуға йәлеп ителә. Быйыл 1 ғинуарҙан хаҡлы ялға сығырға биш йыл ҡалған граждандар пенсия алды йәшендәгеләр тип иҫәпләнә.


Күмертау авиация предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ошо көндәрҙә уҡыуҙы тамамлап, яңы белемде ғәмәлдә файҙалана башланы. Өфөнөң кадрҙар әҙерләү үҙәге уҡытыусылары дүрт ай буйы предприятиела лекция уҡыны, хеҙмәтте һаҡлау буйынса видеояҙмалар күрһәтте.


Предприятие подразделениеларындағы 190 хеҙмәткәрҙән тыш, уҡыуҙарға заводтан 200-гә яҡын ирекле тыңлаусы ла йөрөнө. Барыһына ла тейешле сертификат тапшырылды.


Күмертауҙағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәге лә предприятие етәкселеге менән килешеү төҙөгән. Ул “Һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре” программаһы буйынса пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға ҡағыла.


#нацпроекты; #национальныепроекты; #нацпроектыБашкортостан; #регпроекты; #региональныепроекты; #ВладимирПутин


Фото: zen.yandex.ru


Автор: Лилиә Дәүләтбәкова


Читайте нас в