-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Август 2019, 15:59

Өфө егеттәре "Донъя кубогы"нда көмөш миҙал яуланы. Афарин!

Өфөнөң йәш футболсылары Ҡытайҙа уҙғарылған "Донъя кубогы" 5-се Халыҡ-ара үҫмерҙәр турнирында 2-се урынға лайыҡ булды.

Өфөнөң йәш футболсылары Ҡытайҙа уҙғарылған "Донъя кубогы" 5-се Халыҡ-ара үҫмерҙәр турнирында 2-се урынға лайыҡ булды.
Ярыштар 6-12 августа Ҡытайҙың Шеньян ҡалаһында уҙҙы. Унда донъяның 7 иленән дүрт меңдән ашыу спортсы ҡатнашты. Өфөнөң данын "Футбол академияһы" олимпия резервының 9-сы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре - йәмғеһе 10 йәш футболсы яҡланы. Аҙаҡҡы уйынды улар Ҡытайҙың Чжецзян провинцияһының "Страус" командаһы" менән уйнаны һәм 4:1 иҫәбе менән еңелеп, 2-се урынға сыҡты. Беҙҙең спортсылар «U12» йәш төркөмө сиктәрендә ҡатнашты.
Шулай итеп, йәш футболсылар турнирында беренселекте ҡытайҙар яулаһа, беҙҙекеләр - 2-се урынды, ә 3-сө урын АҠШ-тың Лос- Анджелес командаһына тәтене.
"Ҡайһы йыйылма команданы алма - уларҙың бөтәһе лә лайыҡлы һәм ныҡлы әҙерләнгән. Был турнирҙа ҡатнашыу беҙгә тәжрибә өҫтәне, команда рухын нығытырға ярҙам итте. Шулай уҡ сит илдәрҙән килгән спортсылар менән танышырға мөмкинлек бирҙе", - ти 12 йәшлек Өфө футболсыһы Ғәзиз Хәйбуллин.

Читайте нас: