Рәсәй Президенты был арала Ҡырымда булды. Уның спортты ғына түгел, ә мәҙәни сараларҙы ла яратыуын беләбеҙ.
Владимир Путин Севастополь тарихы тураһындағы спектакль ҡараны.
"Херсонес Таврический" тип аталған дәүләт музей-ҡурсаулығының яңы төҙөлгән сәхнәһендә "Грифон" спектакле күрһәтелде.
Ул митрополит Тихон пьесаһы мотивтары буйынса әҙерләнгән. (Үәт бит әй, беҙҙә диндарҙар ҙа пьеса ижад итә!)
"Грифон" - бик уникаль тамаша. Унда заманса махсус эффекттар ҙа, антик Херсонес архитектураһын һүрәтләгән юғары технологиялы сәхнә ҡоролошо ла бар.
Әлбиттә, уны ҡараусылар битараф ҡалмаясаҡ. Әйткәндәй, премьера бер нисә аҙна элек кенә булғайны.