Бөгөн Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торатау» Конгресс-холында сит өлкәләрҙән килгән милләттәштәребеҙ менән осрашты. Уның төп маҡсаты – V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарарҙарының тормошҡа ашырылыуын күҙәтеү, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ярҙам күрһәтеү. Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Пермь, Свердловск өлкәләренән, Татарстандан килгән ватандаштарыбыҙҙы сәләмләп, Радий Фәрит улы:
– Башҡортостан бөтә башҡорттар өсөн тыуған йорт булып тора һәм беҙ республиканан ситтә йәшәүсе барлыҡ милләттәштәребеҙ өсөн яуаплылыҡты аңларға һәм ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булырға тейешбеҙ. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың береһе – башҡорт телен уҡытыу, уҡыу әсбаптары менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тотҡайны. Ысынлап та, башҡорт халҡының нигеҙе булараҡ, беҙ башҡорт телен өйрәнергә, уны артабан үҫтерергә тейешбеҙ. Әммә, быны нисек тормошҡа ашырырға яңы проекттар уйларға кәрәктер. Юғиһә, күберәк уның матди яғын хәл итеү менән мәшғүлбеҙ. Икенсенән, бәлки сит өлкәләрҙә йәшәүсе ҡыҙҙар һәм егеттәргә Башҡортостанға килеп уҡыу ҡыҙыҡлыраҡтыр. Ошоно күҙ уңында тотоп, баш ҡалалағы 44-се һәм Дим биҫтәһендәге бер мәктәптә шундай мөмкинлектәр булдырырға ниәтләйбеҙ, – тине. Һәм сит яҡтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙе республика яғынан эшләнгән ғәмәлдәрҙе ҡабул итергә һәм үҙҙәре яғынан да әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы.
Артабан сығыш яһаусы төрлө өлкәләрҙең вәкилдәре лә, яңы ғына Ҡоролтай үтһә лә, был осрашыуға бик теләп, шатланып килеүҙәрен белдерҙе һәм үҙҙәре йәшәгән төбәктә башҡорттарҙың тормошона, эшләгән эштәренә туҡталып, хәл итәһе мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Фекер алышыуҙар тамамланғас, һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар Радий Фәрит улы менән иҫтәлеккә фотоға төштө.