+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Август 2019, 14:35

Бесәйҙе нисек фотоға төшөрөргә?

Ҡытайҙың Гонконг ҡалаһында йәшәүсе Кортни Вуд исемле ҡыҙ Cat Selfie тип аталған ҡоролма уйлап тапҡан.

Йомшаҡай ғына йорт хайуандарын яратмаған кеше һирәктер ул! Уларҙы тотоп фотоға ла төшәбеҙ, йәғни селфи, әй юҡ, фелфи эшләйбеҙ. Ана бит, беҙҙең "Селфилы каникул"ға ла бесәй тотоп, фелфи эшләп ебәреүселәр бар бит.

Тик бесәйҙәр йыш ҡына беҙҙең кеүек камераны өнәп етмәй шул, тырнашып, ҡасыу яғын ҡарай. Һис юғында, ситкә ҡарап, йәки иҫнәп кадрҙы боҙоп ҡуя.

Ҡытайҙың Гонконг ҡалаһында йәшәүсе Кортни Вуд исемле ҡыҙ Cat Selfie тип аталған ябай ғына, шул уҡ ваҡытта шәп ҡоролма уйлап тапҡан.

Cat Selfie - ул телефонға беркетелә торған бәләкәй генә ҡыңғырау. Фотоға төшөр алдынан ғына бесәйҙең хужаһы ҡыңғырауын зыңлатып бесәйҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итә һәм, бына һиңә - идеал фелфи әҙер!

Ә һеҙ Cat Selfie-ны һатып алыр инегеҙме?
Читайте нас: