Ҡырым ярымутрауында урынлашҡан "Артек" халыҡ-ара балалар үҙәгенә эләгеү өсөн әллә ни күп нәмә кәрәкмәй. Былтыр, мәҫәлән, Башҡортостандан унда 752 бала ял итте, ә быйыл иһә һигеҙ смена эсендә республиканан 465 уҡыусы һаулығын нығытып, яңы дуҫтар табып ҡайтты.
Эх, йәй үтте, лагерға барып булманы тиеүселәргә шәп хәбәр еткерәбеҙ: "Артек" та йыл аҙағына тиклем тағы ла ете смена эшләйәсәк. Тимәк, әле һаман да Рәсәйҙең иң яҡшы лагерында ял итеп өлгөрөргә була.